ХИКӘЙӘ
ХИКӘЙӘ, бәләкәй эпик жанр, ҡағиҙә булараҡ, герой тормошоноң бер йәки бер нисә ваҡиғаһы һүрәтләнгән, күләме б-са ҙур булмаған сәсмә әҫәр. Х. ҡатнашыусылар даирәһе сикле, тасуирланған ваҡиғаның ваҡыты ҡыҫҡа. Башҡорт Х. көләмәс, легенда, риүәйәт, хикәйәт, әкиәт һ.б. сәсмә фольклор жанрҙары нигеҙендә үҫешә. Уның формалашыуына ш. уҡ дастан, ҡисса, хикәйәт кеүек көнсығыш әҙәбиәте жанрҙары йоғонто яһай. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың барлыҡҡа килеүе 19 б.аҙ.—20 б. башына ҡарай һәм Р.Ф.Фәхретдинов, З.Һаҙый, Ә.С.Иҫәнбирҙин, Ә.Й.Таңғатаров, З.Өммәти, В.М.Солтанов, М.Ғафури һ.б.исемдәре м-н бәйле.20-се йй. башҡорт Х.новелла, очерк, фельетон элементтарын үҙ эсенә ала, 30-сы йй. функциональ һәм тематик сиктәре киңәйә, соц. йөкмәтке һәм психологик анализ көсәйә (Һ.Л.Дәүләтшина, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, А.Карнай, И.Насыри, А.М.Таһиров, Ғ.Хәйри һ.б.). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Х. иң үтемле жанрға әйләнә (З.А.Биишева, Ғ.Ғүмәр, Х.Кәрим, К.Мәргән, Ә.Чаныш, Ғ.Әмири һ.б.). Х. артабанғы үҫеше С.Агиш, Ф.Ә. Иҫәнғолов, Ш.М.Янбаев, Р.Ғ.Солтангәрәев, Т.Й.Ғиниәтуллин, Ә.М.Әминев, Г.М.Ғиззәтуллина һ.б. исемдәре м-н бәйле. Хәҙ. башҡорт прозаһында жанрҙың 3 төп формаһы таралған: соц.-фәлс., тормош-көнкүреш, лирик-психологик. Соц.-фәлс. Х. (Әминевтең “Триптих”, Р.Н.Байымовтың “Сарсау”, Солтангәрәевтең “Ҡылынмаған гонаһ”,С.Н.Шәриповтың “Ҡыҙыл балыҡ” һ.б.) шәхес һәм йәмғиәт араһындағы үҙ-ара бәйләнештең әхлаҡи-этик проблемаларын күтәрә, тормош күренештәрен фәлс. дөйөмләштереүҙе үҙ эсенә ала. Тормош-көнкүреш Х. (Ф.Ф.Аҡбулатованың “Битлек”, Ғиззәтуллинаның “Алыш”, М.Х.Иҙелбаевтың “Юлдаштар”,Н.З. Игеҙйәнованың “Көндәш”һ.б.) фәһем алырлыҡ һығымталар, өгөт-нәсихәттәр, ш. уҡ еңелсә юмор хас. Лирик-психологик Х. үҙәгендә (Д.М.Бүләковтың “Ғүмеркәйҙәр төш кеүек”, Н.Ғәйетбайҙың “Сәриәнең мөхәббәте”, Т.Х.Ғарипованың “Көҙгө моң”, Ғ.Ғ.Байбуриндың “Яңы йорт” һ.б.) — кеше һәм уның эске донъяһы. Йыл һайын “Йәшлек” гәз. редакцияһы — Солтангәрәев ис., “Киске Өфө” гәз. редакцияһы С.Агиш ис. призға иң яҡшы Х. конкурсы үткәрә.
Әҙәб.: В а х и т о в Ә.Х. Офоҡтар киңәйгәндә. Өфө, 1979; М у л л а ғ о л о в а Ә.М. Хәҙерге башҡорт хикәйәһе. Өфө, 2005.
М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Муллағолова
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов