Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАБАНАЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 878

ҺАБАНАЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 296 кеше; 1920 — 391; 1939 — 376; 1959 — 261; 1989 — 132; 2002 — 145; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (56 кеше иҫәпкә алынған). 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултырған. 1865 й. 28 йортта 188 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019