Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАБАНТУЙ, байрам

Просмотров: 903

ҺАБАНТУЙ, башҡорттарҙа традицион байрам. 19 б. аҙ. тиклем яҙлы‑көҙлө осорҙа ҡарғатуйҙан һуң сәсеү эштәре башланғанға тиклем, һуңыраҡ сәсеү эштәре тамамланғандан һуң үткәрелгән. Традиция б‑са Һ. һәр ауылда уҙғарылған, ш. уҡ күрше ауылдар саҡырылған. Байрам алдынан үҫмерҙәр Һ. өсөн бүләктәр һәм ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн аҙыҡ‑түлек йыйған. Ауыл эргәһендәге майҙанды байрамса биҙәгәндәр: төрлө төҫтәге балаҫтар, туҡылған ашъяулыҡ йәйгәндәр, көньяҡтан япмалар һәм сатырҙар ҡорғандар, уртаға башына төрлө бүләктәр (итек, гармун, сигелгән таҫтамал, яулыҡтар һ.б.) беркетелгән бағана (ҡолға) ҡуйғандар. Иртән ир‑егеттәр ата‑бабалары ҡәберҙәре эргәһендә мул уңыш һәм изге теләктәр теләп доғалар уҡыған. Ҡайһы бер урындарҙа байрам ерҙе орлоҡландырыусы йолаларҙан (тәүге бураҙна һалынған, орлоҡ сәселгән) башланған. Байрамда ир‑егеттәр төп ролдә булған, сөнки иген сәсеү ир‑егеттәр эше тип иҫәпләнгән. Төштән һуң ат сабышы (ҡара: Бәйге) башлан­ған: һыбайлылар ҡалҡыулыҡты уратып сабышҡан һәм был уңыштың тиҙ өлгөрөүенә булышлыҡ итергә тейеш булған. Ҡолғаға бәйләп ҡуйылған яулыҡты (иң йәш ҡатын тарафынан сигелгән) тартып алған беренсе һыбайлы еңеүсе булып һаналған. Шулай уҡ йүгереү, көрәш, арҡан тартышыу, ауыш ҡолға б‑са күтәрелеү, тоҡ кейеп йүгереү һ.б. ярыштар үткәрелгән; еңеүселәр ҡолон, тәкә һ.б. м‑н бүләкләнгән. Байрамда ҡатнашыусылар халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарыуҙа, ҡурай, ҡумыҙ һ.б. халыҡ музыка ҡоралдарында уйнауҙа оҫталыҡта һынашҡан. Һ. аш табыны м‑н тамамланған, уның өсөн бишбармаҡ, ҡаҙы һ.б. башҡорт аш‑һыуын әҙерләгәндәр. Байрам башҡорт общинаһының берҙәмлеген һаҡлауға һәм ырыу‑ара бәйләнештәрҙе (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо) нығытыуға булышлыҡ иткән. 1991 й. алып Һ. дөйөм респ. байрамы статусына эйә; ш. уҡ даими Мәскәүҙә, С.‑Петербургта һәм РФ‑тың башҡорт диаспоралары йәшәгән төбәктәрендә үткәрелә. Урта Азияның һәм Себерҙең күп төрки халыҡтарында осрай.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019