Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАБАШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 744

ҺАБАШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Ергән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 516 кеше; 1920 — 391; 1939 — 377; 1959 — 399; 1989 — 348; 2002 — 321; 2010 — 300 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ергән урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Юламан Һабашев билдәле. 1795 й. 36 йортта 247 кеше йәшәгән, 1865 й. 76 йортта — 435 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019