Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАБРАУ ЙЫРАУ, шағир‑импровизатор

Просмотров: 997

ҺАБРАУ ЙЫРАУ, шағир‑импровизатор. Башҡорттарҙа Һабрау йырау, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, нуғайҙарҙа Сапыра Сурғантай улы, Сабра жырау, Сып(ы)ра жырау, Супра, Сафар һ.б. исемдәр м‑н таралған. Уның тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. 14—15 бб. йәшәгән, тип фараз ителә. Ҡаҙаҡ ғалимдары раҫлауынса, йырау ҡаҙаҡтарҙың ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан, күпмелер ваҡыт Һарай ҡ. йәшәгән; ҡарағалпаҡ фольклорсылары фекеренсә — Туҡтамыштың замандашы. Башҡорт фольклорында “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосындағы биш ҡобайырҙы уның ижады мираҫына индерәләр. Эпоста Һабрау аҡһаҡал, халыҡтың рухи башлығы һәм төп геройҙарҙың кәңәшсеһе булып күҙ алдына баҫа.

Ул сюжет үҫешендә ҙур роль уйнай, иң ауыр моменттарҙа килеп сыға һәм аҡыллы, төплө һүҙ м‑н батырҙарҙы ватан хаҡына хәрби батырлыҡтарға рухландыра. Шиғри монологтарында йырау Урал тәбиғәтенә дан йырлай, сит ер ханы м‑н дуҫлашҡан осраҡта тыуған ерҙе юғалтыу мөмкинлеге т‑да иҫкәртә, батырҙарҙың рәте һирәгәйеүенә ҡайғыра, Урал батыр һәм Һәүбән образдарына мөрәжәғәт итә, егеттәрҙе уларҙың аманатына тоғро ҡалырға саҡыра. “Эй, ҡартыңмын...” ҡобайырында традицион рәүештә үҙенең оло йәше, тормош тәжрибәһе һәм халыҡ исеменән һөйләй алыу хоҡуғы т‑да иҫкә ала; үҙ ғүмерендә бик күп билдәле кешеләрҙе күреүе, уның мөрәжәғәттәрен тиҫтәләрсә хаким тыңлауы м‑н ғорурлана. Был әҫәрҙәрҙең варианттары сәсәндәр репертуарында үҙ аллы әҫәр булып китә; Һабрау м‑н Туҡтамыш хандың әйтеше “Ике сәсән” исеме аҫтында ла билдәле.

Әҙәб.: Иҙелбаев М.Х. Боронғонан аманат: Баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. Өфө, 2007; Галин С.А. Народной мудрости источник. Уфа, 2007.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019