Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАБЫР, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 657

ҺАБЫР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 418 кеше; 1920 — 557; 1939 — 544; 1959 — 543; 1989 — 607; 2002 — 596; 2010 — 527 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Душауай” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Һабыр Ҡотломбәков исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Сәғит, Бәкер, Ҡуйырбай, Ахун булараҡ теркәлгән. 1795 й. 46 йортта 272 кеше йәшәгән, 1866 й. 52 йортта — 283 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәктәп иҫәпкә алынған; улус идараһы урынлашҡан. С.С.Әбсәләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019