Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 763

ҺАҘ, Ш о р ъ я л, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 548; 1939 — 567; 1959 — 682; 1989 — 569; 2002 — 578; 2010 — 549 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1631 й. алып билдәле. 1795 й. 121 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 55 йортта — 326 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. А.Т.Тимеркәев ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019