Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘ МҮГЕ

Просмотров: 652

ҺАҘ МҮГЕ, т о р ф м ү г е (Sphagnum), һаҙ мүктәре класына ҡараған мүк һымаҡтар заты. 150—250 төрө билдәле. Башҡортостанда 27 төрө үҫә. Асыҡ йәшел, һары, көрән, ҡыҙыл йәки ҡыҙыл‑көрән күк төҫтәге эре, бейек, йомшаҡ, ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ ике йәки бер өйлө, ос емешле мүктәр. Ризоидтары юҡ. Һабағы төҙ, йыл һайын аҫҡы өлөшөндә ҡорой (шәлкем рәүешле урынлашҡан өҫкө ботаҡтары үҫеүен дауам итә), торф барлыҡҡа килтерә. Япраҡтары тамырсыҡһыҙ, тар оҙон хлорофилдарҙан һәм улар араһында урынлашҡан йыш тарҡалыусы стенкалы киң ҡоро гиалиндарҙан (һыуҙан) торған күҙәнәктәрҙән ғибәрәт; һабаҡ япраҡтары — ваҡ, һирәк, шпатель, тел, трапеция йәки өсмөйөш формаһында, ситендә оҙон күҙәнәкле ҡайма була; ботаҡ япраҡтары — черепица, ланцет, эллипс йәки йомортҡа кеүек. Спорогон төймәлеге (һирәк осраҡта барлыҡҡа килә) ябыҡ, шар һымаҡ, көрән, перистомһыҙ һәм ҡулсаһыҙ, арҡыры ярыҡ булып асыла. Күбеһенсә вегетатив үрсей. Һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙ­ланған тайга урмандарында, башлыса тау‑урман зонаһында үҫә, һирәгерәк Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Линдберг Һ.м., ялтыр Һ.м., яҫы япраҡлы Һ.м. индерелгән.

Э.З.Байышева

 Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019