Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘЫЙ Закир Һаҙый улы

Просмотров: 611

ҺАҘЫЙ Закир Һаҙый улы [15.3.1863, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрәмкә а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 1932 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1933), Мәскәү өлк. Бимсала а.], яҙыусы. Бө­гөлмә өйәҙенең Тымытыҡ а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны; 1875—84) һәм Рязань губ. Ҡасим ҡ. (1885—90) мәҙрәсәләрендә уҡығандан һуң Рязань губ. Мулта а., Харьков ҡ. һ.б., 1922 й. алып Бимсалала уҡытыусылыҡ иткән. Айырым китаптар булып баҫылған “Бәхетле ҡыҙ” (1904), “Хәйер доға” (1905), “Мәғсүм” (1906), “Яңы әсхәби ҡәһәф” (1908) һ.б. хикәйәләр авторы. Әҫәрҙәрендә Һ. белем биреү, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы, дин һәм мәҙәниәт проблемаларын күтәргән. “Йыһанша хәҙрәт” (1908) повесында шәхестең формалашыуы тасуирлана, схоластика, мәҙрәсәлә традицион уҡытыу системаһы тәнҡитләнә һәм иҫкелек яҡлы руханиҙар вәкилдәре фашлана. Һ. исеме м‑н тыуған ауылында урам аталған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2018.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2 китапта 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984; Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2‑се т. Өфө, 1990.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019