Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДАШ, Б ө р й ә н, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 723

ЮЛДАШ, Б ө р й ә н, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 50 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Тилегәҙе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 580 кеше; 1920 — 553; 1939 — 310; 1959 — 343; 1989 — 321; 2002 — 382; 2010 — 391 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур ­өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары Үрге, Урта һәм Түб. Ю. булараҡ нигеҙ һала. 1866 й. Үрге Ю. 38 йортта 173 кеше йәшәгән, мәсет булған; Урта Ю. 52 йортта 367 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. Үрге Ю. (148 кеше, мәсет булған), Урта Ю. (432 кеше, һыу тирмәне булған) теркәлгән. 20‑се йй. башлап Үрге һәм Урта Ю. хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. И.Зәйни ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019