Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАЙРАН, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 808

ҺАЙРАН, М о т а л л а п, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 30 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Һәләүек й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1216 кеше; 1920 — 1193; 1939 — 865; 1959 — 759; 1989 — 338; 2002 — 319; 2010 — 339 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Моталлап (улус старшинаһы Моталлап Ҡолсоҡов) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан хәҙ. исемен (улус старшинаһы Һайран Сәйетов исеме б‑са) йөрөтә. Шулай уҡ Мопсалан булараҡ теркәлгән. 1795 й. 79 йортта 447 кеше йәшәгән, 1865 й. 225 йортта — 1053 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мануфактура һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй, 3 һыу тирмәне, тимерлек иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында күн эше һәм тоҡ тегеү теркәлгән. Ғ.Сайрани, Т.Д.Хисамова, Р.Ф.Хәбиров ошо ауылда тыуған.

Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019