Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДАШ, Ә л м ә ш, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 489

ЮЛДАШ, Ә л м ә ш, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 71 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 172 кеше; 1920 — 232; 1939 — 233; 1959 — 186; 1989 — 130; 2002 — 111; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Себер ­даруғаһы Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мәүлит Юлдашев билдәле. Икенсе атамаһы Әлмәш Илмәшев исеменә бәйле. 1795 й. 6 йортта 39 кеше йәшәгән, 1865 й. 10 йортта — 51 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019