Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҠЛАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 393

ҺАҠЛАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Сауыҙбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Исток й. (Кама й. ҡушыл­дығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1306 кеше; 1920 — 1518; 1939 — 1283; 1959 — 607; 1989 — 455; 2002 — 398; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 120 йортта 691 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 3 һыу һәм 3 ел тирмәне булған. 19 б. аҙ. ш. уҡ поташ заводы эшләгән. 1906 й. сиркәү (1883 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендәге Һаҡлау урманы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019