Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДАШБАЕВА Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы

Просмотров: 715

ЮЛДАШБАЕВА Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы [22.3.1947, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Әлебай а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 16.8.1996, БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Юлдыбай а.], шағирә. Яҙыу­сы­лар­ союзы­ ағзаһы (1992). “Һаҡмар муйылының күҙе ҡара” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1985 й. сыға. “Йылайырым—йырлар йырым”(1990), “Сәхрәләргә сығам” (1990), “Ҡояш сатҡыһы” (1994) шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. “Бесәй ни өсөн мырлай?” (2008) китабына ингән әкиәттәре башҡорт халыҡ ижады нигеҙендә яҙыла, уларҙа шәфҡәтлелеккә һәм кешелеклелеккә дан йырлана, яуызлыҡ һәм ғәҙелһеҙлек фаш ителә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Мыр‑мырбикә йыр йырлай: шиғырҙар, әкиәт. Өфө, 1994.

Ф.С.Фазылова

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019