Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҠМАР СОВХОЗЫНЫҢ 3‑СӨ ФЕРМАҺЫ АУЫЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 376

ҺАҠМАР СОВХОЗЫНЫҢ 3‑СӨ ФЕРМАҺЫ АУЫЛЫ, Н а з а р, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һаҡмар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 79 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнc. табан 53 км алыҫлыҡта Бүжән й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 624 кеше; 1920 — 608; 1939 — 247; 1959 — 274; 1989 — 258; 2002 — 249; 2010 — 194 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Назар исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Аҙанай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 35 йортта 246 кеше йәшәгән, 1866 й. 108 йортта — 514 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 1920 й. Үрге Назар [Ҡаймаҡ; халҡы Урта Назар а. (Түшкә а.) м‑н бергә теркәлгән — 533 кеше], Түб. Назар (75 кеше) ауылдары булған. 30‑сы йй. башлап ауыл терр‑яһында Һаҡмар с‑зының бүлексәһе ойошторолоуға бәйле хәҙ. исемдәге ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019