Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҠМАР‑НАҘАРҒОЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 431

ҺАҠМАР‑НАҘАРҒОЛ, Һ а ҡ м а р б ү р е һ е, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 51 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 102 кеше; 1920 — 156; 1939 — 129; 1959 — 136; 1989 — 135; 2002 — 154; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әбеш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Наҙарғол исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 12 йортта 53 кеше йәшәгән, 1866 й. Оло Арыҫланғол а. м‑н бергә Арыҫланғол а. (Наҙарғол) булараҡ иҫәпкә алынған, 50 йортта 530 кеше теркәлгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. М.А.Ҡаҙаҡбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019