Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДЫБАЕВ Марат Һаҙый улы

Просмотров: 378

ЮЛДЫБАЕВ Марат Һаҙый улы (30.9. 1951, Өфө), саксофонсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1985) артисы. ӨАИ‑ны (1974), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1978; А.Г.Иващенко класы) тамамлаған. 1980 й. алып “Дуҫтар” башҡорт джаз ансамбленең художество етәксеһе. 1992 й. башлап Бангкок ҡ. йәшәй һәм эшләй.

Ижадында башҡорт муз. фольк­ло­ры элементтары хәҙ. джаз стилистикаһы м‑н берләшә, муз. теле модаль джаз принциптарынан джаз‑рокка һәм фьюжнға үҙгәрә бара. Уйнау манераһы тәьҫирле һәм матур яңғыраш, тембр төрлөлөгө, импровизация оҫталығы м‑н айырылып тора. Репертуарында джаз классикаһы, башҡорт халыҡ йырҙарының эшкәртмәләре, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренә аранжировкалар, үҙ композициялары (“Бал ҡорто”, “Ҡартатай”, “Һабантуй”, “Ҡариҙел”, “Ҡарт байыҡ”, “Һандуғас” һ.б.) бар. Донъя джазы лидерҙары Х.Хенкок, Дж.Вуди, Р.Картер һ.б. м‑н сығыш яһай. Халыҡ‑ара (Мәскәү, 1982, 1984, 1988; Тбилиси, 1986; Ереван, 1987; Ленинград, 1987, 1988), Бөтә Союз (Куйбышев, 1976; Ярославль, 1980; Чебоксар ҡҡ., 1988) джаз фестивалдәрендә, АҠШ‑та РСФСР мәҙәниәте көндәрендә (1987) ҡатнаша. СССР, АҠШ, Африка, ГДР, Канада буйлап гастролдәрҙә була. “Jazz Royale Festival 2006” халыҡ‑ара джаз фестивален ойоштороусы һәм унда ҡатнашыусы (Таиланд).

Л.Ҡ.Ҡоҙаярова

Тәрж.­Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019