Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДЫБАЙ, Ғ ү м ә р, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 427

ЮЛДЫБАЙ, Ғ ү м ә р, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 448 кеше; 1920 — 438; 1939 — 607; 1959 — 2086; 1989 — 1730; 2002 — 1910; 2010 — 1650 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урал аръяғы агроинженерия колледжы, Юлдыбай­ урта­ мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, “Азамат” халыҡ вокаль ансамбле, “Аҡйондоҙ” халыҡ вокаль ансамбле, “Сатҡылар” халыҡ бейеүҙәре ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай­ даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Юлдубай, Юлубай, Ҡабарбаш исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 80 йортта 515 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. мәҙрәсәиҫәпкә алынған. Ю. 4‑се башҡорт кантонының үҙәге булған (1855). 1938—56 йй. Матрай ­районының адм. үҙәге. 50‑се йй. Ю. 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Ғүмәр а. м‑н ҡушылған. А.М.Айытҡолов, Р.Ғ.Бу­канова, А.Ҡ.Йәғәфәров, А.Ә.Нәҙер­ғолов, М.Б.Әбсәләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. ­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019