Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДЫБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 449

ЮЛДЫБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Тасы й. (Һаҡмар й. басс.) буйында, Эйек ­заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 531 кеше; 1920 — 683; 1939 — 437; 1959 — 472; 1989 — 340; 2002 — 335; 2010 — 276 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай­ даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Абдулсаттар һәм Йәрмөхәмәт Юлдыбаевтар билдәле. 1795 й. 25 йортта 183 кеше йәшәгән. 2‑се Юлдыбай һәм 3‑сө Юлдыбай (хәҙ. Мораҙым а.) ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң 1‑се Юлдыбай исеме м‑н иҫәпкә алынған. 1866 й. 79 йортта 356 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019