Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАЛМА, традицион аҙыҡ

Просмотров: 652

ҺАЛМА (дүрткел һалма, ҡыйыҡ һалма, шаҡмаҡ), башҡорт аш‑һыуында традицион аҙыҡ. Башҡорттар Һ. бойҙай, һирәгерәк арпа йәки арыш ононан һыуҙа (Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында — һурпала) йомортҡа ҡушып баҫа. Йоҡа итеп йәйелгән ҡамырҙы ромб рәүешендә, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙа квадратлап (яҡтарының оҙонлоғо 1,5—2 см), һирәгерәк ҙур үлсәмле итеп (5—7 см; ҡаҙаҡ һалмаһы) киҫәләр. Ҡайһы бер райондарҙа Һ. бау итеп йәйелгән ҡамырҙан бәләкәй киҫәктәр өҙөп (өҙмә һалма, һын­дырған һалма), ҡайһы берҙә йәйеп (ҡул һалма, ҡулдама, ҡуллама, сумар, ҡашыҡ сумары) эшләйҙәр. Шулай уҡ ҡабырсаҡ рәүешле Һ. (соҡор һалма) киң таралған, уға иләк ярҙамында биҙәк төшөрөлә (иләк һалмаһы). Һ. бишбармаҡ йәки һөт ашы бешергәндә ҡулланыла. Ҡаҙаҡ, татар, ш. уҡ Урта Азия халыҡтары аш‑һыуында таралған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019