Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАМАҠ, көй

Просмотров: 458

ҺАМАҠ, һамаҡ көй, 1) башҡорт фольклорында әҫәрҙәрҙе (бәйет, сеңләү, арбау, үтенеү, әйтешмәктәрҙе, ш. уҡ эпос, әкиәт, легендаларҙың айырым шиғри өлөштәрен) башҡарыу стиле. Һ. шулай уҡ хәрәкәткә бәйле булыуы мөмкин, мәҫ., бейеүгә (һамаҡлап бейеү), уйынға (һамаҡлап уйнау). Көйлө (бер юғарылыҡтағы өндәрҙең ҡабатланыуы), речитатив (көйһөҙ), көйлө‑речитатив (һөйләү м‑н көйләүҙең синтезы) Һ. айырыла. Һ. өсөн башҡарыуҙың хикәйәләү манераһы, уртаса етеҙ темп (3, 4, 5 өндән торған ярым тонһыҙ лад берәмектәре), аныҡ темплы һәм ритмлы структура, өн м‑н ижектең ярашыуы һ.б. хас. Һ. эмоциональ тәьҫир эффектын көсәйтеү өсөн халыҡ музыка ҡоралдарын ҡулланғандар.

2) Таҡмаза.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019