Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАМАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 377

ҺАМАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Һамар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1120 кеше; 1920 — 1565; 1939 — 1698; 1959 — 1191; 1989 — 843; 2002 — 906; 2010 — 877 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Һамар губернаһынан күсеп килеүселәр Һ. утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 62 йортта 508 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. сиркәү, мәктәп, 2 ел тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йө­рөтә. 30‑сы йй. Һ. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Раевка утары ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019