ҺАМАР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ
410
ҺАМАР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ, “Красная Башкирия” совхо зының Һамар бүлексәһе ауылы, Һамар, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 115 кеше; 1959 — 289; 1989 — 491; 2002 — 483; 2010 — 510 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Красная Башкирия урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Красная Башкирия” с‑зы ойошторолоуға бәйле С‑здың Һамар бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: