Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАМАР ГУБЕРНАҺЫ

Просмотров: 457

ҺАМАР ГУБЕРНАҺЫ, 1851 й. Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һарытау губернаһының Николаевск һәм Яңы Үҙән өйәҙҙәренән, Сембер губ. Ставрополь, Сызрань, Һамар өйәҙҙәренең бер өлөшөнән ойошторола. 19 б. аҙ. төньяҡта — Ҡазан губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Өфө губернаһы, көнсығышта — Ырымбур губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта — Урал өлк., көньяҡ‑көнбайышта — Әстерхан губ., көнбайышта Сембер һәм Һарытау губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Һамар ҡалаһы. Майҙаны — 156 мең км2 (1897). Халҡы: 1859 й. — 1512291 кеше (ш. иҫ. 23731 башҡорт), 1897 й. — 2751336 (башҡорттар — 57242, йәһүдтәр — 1669, ҡаҙаҡтар — 7843, мишәрҙәр — 6580, мордвалар — 238598, немецтар — 224336, поляктар — 1940, сыуаштар — 91839, татарҙар — 165191, типтәрҙәр — 47684, төрөкмәндәр — 3539, төрөктәр — 2906, удмурттар — 2118, украиндар — 119301, урыҫтар — 1775839, эстондар — 2029 һ.б.), 1920 й. — 2780173 (башҡорттар — 10395, белорустар — 9896, йәһүдтәр — 13220, латыштар — 1829, литвалар — 1255,мордвалар — 239950, немецтар — 11157, поляктар — 6841, татарҙар — 160054, украиндар — 92579, урыҫтар — 2122975, эстондар — 1680 һ.б.). Башҡорттар баш­лыса Боғорослан, Бөгөлмә, Быҙаулыҡ һәм Николаевск өйәҙҙәрендә (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары) йәшәгән. 19 б. аҙ. губернала 2550980 крәҫтиән, 157505 мещан, 2917 сауҙагәр, 11735 дворян һ.б. иҫәпләнә; православие динендәгеләр — 2225248 (ш. иҫ. 97522 старообрядсы), мосолмандар — 288655, протестанттар — 171618 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда Боғорослан, Бөгөлмә, Быҙаулыҡ өйәҙҙәре 10‑сы, 13‑сө башҡорт һәм 4‑се мишәр кантондары, 1855 й. алып 1‑се һәм 23‑сө кантондар составына инә. Ҡалалары: Бөгөлмә, Боғорослан, Быҙаулыҡ, Николаевск, Яңы Үҙән, Һамар, Ставрополь, Сергиевск (1897). 20 б. ба­шында губернала 7 өйәҙ, 306 улус, 1 посад, 4192 торама пункт иҫәпләнгән. 1918 й. Николаевск һәм Яңы Үҙән өйәҙҙәренең бер өлөшө Волга буйы немецтарының Хеҙмәт коммунаһына бире­лә, Николаевск өйәҙе Пугачёв өйәҙенә үҙгәртелә, 1919 й. Быҙаулыҡ өйәҙенең бер өлөшө Туҡ‑Соран кантонына бирелә, 1920 й. Бөгөлмә өйәҙе ТАССР составына инә. Башлыса а.х. үҫеш алған (күбеһенсә арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр). 20 б. башында 21 кирбес, 10 шарап, 8 суйын иретеү, 3 һыра ҡайнатыу, 2 баҡыр иретеү, 2 шәкәр, механика з‑дтары, 2 киндер иләү, 2 буҫтау, шырпы ф‑калары һ.б. пр‑тиелар эшләгән. 1860 йй. 105 йәрминкә үткәрелгән. Губерна аша Ырымбур (1877) һәм Һамар‑Златоуст т. юлдары (1888) үткән. 203 мәсет, 604 сир­кәү, 27 часовня, 13 ғибәҙәт ҡылыу йорто, 5 монастырь иҫәпләнгән (1859). Губерна 1928 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Түб. Волга һәм Урта Волга өлк. составына инә. Хәҙ. Һамар өлкәһенең төп терр‑яһы.

Әҙәб.: Список населённых мест по сведениям 1859 года. Т.36. Самарская губерния. СПб., 1864; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.36. Самарская губерния. СПб., 1904.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019