Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАН, һүҙ төркөмө

Просмотров: 544

ҺАН, предметтың иҫәбен һәм уның һан яғынан билдәһен аңлатҡан һүҙ төркөмө. Һ. лексиканың иң боронғо ҡатламдарының береһе булып тора. Башҡа күп телдәрҙәге кеүек, башҡорт теле нигеҙендә кешеләр һанарға өйрәнгән 10 бармаҡҡа нигеҙләнгән унаулы система ята. Һ. яҙма рәүештә биреү өсөн интернациональ идеограммалар — цифрҙар (ғәрәп һәм рим) булдырыла, улар м‑н бергә һүҙ м‑н яҙыу ҡулланыла. Башҡорт телендә 20 төп лексема‑һан бар: “бер”, “ике”, “өс”, “дүрт”, “биш”, “алты”, “ете”, “һигеҙ”, “туғыҙ”, “ун”, “егерме”, “утыҙ”, “ҡырҡ”, “илле”, “алтмыш”, “етмеш”, “һикһән”, “туҡһан”, “йөҙ”, “мең”; “миллион”, “миллиард” һ.б. һүҙҙәр урыҫ теле аша үҙләштерелгән. Һ. башҡа һүҙ төркөмдәрен яһауҙа (алмаштарҙы, мәҫ., “берәү ҙә”; сифаттарҙы, мәҫ., “бер‑бер”; исемде, мәҫ., “беренселек”; рәүештәрҙе, мәҫ., “бергә” һ.б.) ҡатнаша. Һ. 7 төркөмсәгә бүленә: 1) төп — иҫәпте, предметтың һанын белдерә, махсус күрһәткестәре юҡ, Һ. башҡа төркөмсәләрен яһау өсөн нигеҙ булып тора, мәҫ., “өс йөҙ алтмыш мең ике йөҙ илле биш”. Исемләшкәндә, ш. уҡ үҙ аллы ҡулланылғанда (аныҡланыусы һүҙҙән тыш) килеш, күплек, эйәлек, модаллек аффикстарын ҡабул итә; 2) рәт — предметтарҙы иҫәпләгәндә эҙмә‑эҙлелекте белдерә, ‑ынсы аффиксы ҡушылып яһала, мәҫ., “ике йөҙ унынсы”. Исемләшкәндә, үҙ аллы ҡулланылғанда килеш, күплек, эйәлек, хәбәрлек, модаллек аффикстарын ҡабул итә; 3) йыйыу — предметтарҙың, әйберҙәрҙең, заттарҙың бер төркөмгә берләшеүен белдерә, тәүге ун төп һанға ‑ау аффиксы ҡушыу юлы м‑н яһала, мәҫ., “бишәү”. Үҙ аллы, йәки Һ. башҡа төркөмсәләренән айырмалы рәүештә, ҡылым м‑н бергә ҡулланыла, күплек, килеш, эйәлек, хәбәрлек, модаллек аффикс­тарын ҡабул итә; 4) бүлем — бирелгән күплектең һан яғынан тигеҙ бүленгән төркөмдәрен билдәләү өсөн ҡулланыла, ‑ар (‑шар) аффикстары ярҙамында яһала, мәҫ., “алтышар”, “егерме дүртәр”. Уларға килеш һәм модаллек аффикстары ҡушылырға мөмкин. Исем һәм ҡылымдар м‑н бергә ҡулланыла. 5) кәсер — бер бөтөндөң нисә өлөшкә бүленгәнлеген һәм уларҙың күпмеһе иғтибарға алынғанлығын күрһәтә; кәсер Һ. компоненттары (ваҡлаусы, ваҡланыусы) төп Һ. ҡарай, мәҫ., “биштән бер”; ҡушма кәсер Һ. “бөтөн” һүҙе ҡулланыла, мәҫ. “дүрт бөтөн өстән бер”; кәсер Һ. урынына “ярым”, “ярты”, “сирек” һүҙҙәре ҡулланылырға мөмкин, мәҫ., “ярты бит”, “сирек сәғәт”. Килеш, эйәлек һәм модаллек аффикстары кәсер Һ. һуңғы компонентына ҡушыла; 6) сама — предметтарҙың, күренештәрҙең һ.б. һанын яҡынса белдерә; төп Һ. ‑лап, мәҫ., “унлап”; ‑лаған аффиксы ҡушылып яһала, мәҫ., “утыҙлаған”; төп Һ. күплектә ҡулланыу ярҙамында, мәҫ., “сәғәт дүрттәр булғандыр”; парлы төп Һ. ҡулланып, мәҫ., “ете‑һигеҙ”; “тирәһе”, “самаһы”, “яҡын”, “күберәк”, “артыҡ”, “кәм” ярҙамсы һүҙҙәре ярҙамында яһала, мәҫ., “ун биштән артыҡ”; 7) үлсәү Һ. — предметтың күләме, дәүмәле б‑са һан билдәһен аңлата, ‑лы аффиксы ярҙамында яһала, мәҫ., “йөҙлө лампочка”.

Морфемалар составы б‑са ябай (бер нигеҙҙән тора) һәм ҡушма [бәйләү, мәҫ.,“һикһән”;ҡушыу, мәҫ., “туғыҙ йөҙ етмеш биш”; парлау, мәҫ., “өс‑дүрт”, юлдары м‑н яһала] Һ. айырыла. Тарихи планда борон ваҡыттарҙа “ун”ды аңлатҡан ‑мыш, ‑ан форманттары айырып күрһәтелгән “алтмыш”, “етмеш”, “һикһән”, “туҡһан” Һ. яһалма һандарға ҡарай. Башҡорт телендә Һ. һөйләмдә башлыса аныҡлаусы йәки хәл булып килә (ҡара: Синтаксис).

Әҙәб.: Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019