Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҢҒЫРАУ‑ТЕЛҺЕҘҘӘР УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 444

ҺАҢҒЫРАУ‑ТЕЛҺЕҘҘӘР УЧИЛИЩЕҺЫ, һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн башланғыс проф. уҡыу‑тәрбиә йорто. 1902 й. 17 февр. Өфө һаңғырау‑телһеҙҙәр уч‑щеһы булараҡ асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Н.А.Котельников. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында тора. Императрица Мария Фёдоровнаның Өфө һаңғырау‑телһеҙҙәр попечителлеге бүлеге, Өфө епархия Христос Терелеүе йәмғиәте һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә императрица Мария Фёдоровнаның Өфө һаңғырау­телһеҙҙәр попечителлеге бүлеге Советы етәкселек итә. Бөтә ҡатламдарға ҡараған 8—12 йәшлек балалар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (Өфө губ. йәшәүселәр өсөн — йылына 200 һум, башҡа губ. — 250, Өфөлә йәшәүселәр өсөн — 50 һум), фәҡирҙәр ҡаҙна иҫәбенә ҡарала. Уҡыу курсы 8 йыл тәшкил итә. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, уҡыу, яҙыу, урыҫ теле, арифметика, рәсем, география һәм Рәсәй тарихы б‑са ҡыҫҡа курс инә. Практик әҙерлек өсөн малайҙар рәсем яһау, сүкеү, ағас әйберҙәр эшләү, ҡырыу, итек тегеү, алтын ялатыу, китап төпләү һөнәрҙәренә, ҡыҙҙар ҡул эштәренә өйрәнә. Сығарылыш имти­хандары үткәрелә. Һ.‑т.у. эргәһендә йорт сиркәүе эшләй. Ятағы була. 1902 й. 10 кеше (6 малай һәм 4 ҡыҙ), 1911 — 61 (ошоға ярашлы 47 һәм 14), 1915 й. 46 кеше (ошоға ярашлы 36 һәм 10) тәрбиәләнә. Йыл һайын уч‑щены 5—10 кеше тамамлай. 1914 й. 46 уҡыусы уҡый: урыҫтар — 36, мордвалар — 3, украиндар — 2, башҡорттар, болгарҙар, латыштар, мариҙар, сыуаштар — 1‑әр кеше; тәрбиәләнеүселәрҙең 89%‑ын крәҫтиән һәм мещан балалары, 11%‑ын дворян, рухани һәм сауҙагәр балалары тәшкил итә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында уч‑ще бинаһында яралы һәм ауырыу яугирҙар өсөн лазарет урын­лашҡан. 1919 й. Һ.‑т.у. нигеҙендә һаңғырау‑телһеҙҙәр мәктәп‑коммунаһы (ҡара: Өфө мәктәп‑интернаты №30) ойошторола. Дир.: Котельников (1902 й. алып), М.Н. Котельников (1911 й. алып). Һ.‑т.у. бинаһы (Таҡта ярыу урамы, 4; 1902 й. төҙөлгән) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Латыпова В.В., Васильева О.В. Училище глухонемых //Дорога к храму. История религиозных учреждений г.Уфы. Уфа, 1993; Аминов Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019