Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 552

ҺАРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Торонтайыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорһаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1288 кеше; 1920 — 1608; 1939 — 1378; 1959 — 1049; 1989 — 552; 2002 — 462; 2010 — 342 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са керҙәш башҡорттар нигеҙ һала. 1751 й., 1764 й., 1777 й. ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәр күсеп ултырған. 1795 й. 26 йортта 166 кеше йәшәгән, 1865 й. 96 йортта — 596 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 6 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019