Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРТ‑ЛАБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 700

ҺАРТ‑ЛАБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 306 кеше; 1920 — 431; 1939 — 835; 1959 — 576; 1989 — 403; 2002 — 424; 2010 — 423 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1744 й. (керҙәшлек килешеүе 1759 й. теркәлгән) Нуғай даруғаһы Мең улусы Атйетәр а. (хәҙ. Меңъетәр а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар Һарт исеме м‑н нигеҙ һала. 1786 й. 2 ауыл (Һарт һәм Лабау) иҫәпкә алынған, улар һуңынан бергә хәҙ. исем м‑н аталған. Исеменең беренсе өлөшө “һарт” этнонимынан (ҡара: Табын), икенсе өлөшө гидронимдан алынған. 1865 й. 31 йортта 174 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Б.Әхмәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019