Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫ, археологик ҡомартҡы

Просмотров: 426

ҺАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Һары ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1928 й. Д.И.Захаров тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1993 й. В.Н.Васильев һәм В.К.Фёдоров өйрәнгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 8 ҡурғандан (диам. 45—55 м, бейеклеге 3,5—4,5 м булған 4 “батша” ҡурғаны, диам. 20—45 м, бейеклеге 0,8—2,5 м булған 4 ҡурған) тора, 4‑һе өйрәнелгән. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында, эстән көпләнгән соҡорҙарҙа салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа, төньяҡҡа йәки көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; сатыр тибындағы ағас ҡәбер өҫтө ҡоролмаһы, таш нығытма табылған. Керамика әүәләп эшләнгән семәрле биҙәкле һауыттарҙан һәм биҙәкһеҙ Урта Азия һауыттарынан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (ике, өс тармаҡлы, өс ҡырлы бронза уҡ башаҡтары, тимер ҡылыстар һәм хәнйәрҙәр), эйәр‑өпсөн (тимер һәм бронза ауыҙлыҡтар һәм уларҙың өлөштәре, хайуан һындары төшөрөлгән пластинкалар), биҙәүестәр (алтын сикә сулпылары, алтын һәм быяла муйынсаҡтар), көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгө) һалынған. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Васильев В.Н., Фёдоров В.К. Раскопки курганов у пос. Сара Археологические открытия 1993 года. М., 1994.

В.К.Фёдоров

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019