Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫТАУ ГУБЕРНАҺЫ

Просмотров: 377

ҺАРЫТАУ ГУБЕРНАҺЫ, 1798 й. Пенза губ. көнсығыш өлөшөнән ойошторола. 19 б. уртаһында төньяҡ‑көнбайышта — Тамбов губ., төньяҡта — Пенза һәм Сембер губ., көнсығышта — Һамар губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта — Әстерхан губ., көньяҡ‑көнбайышта — Дон ғәскәре өлк. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Һарытау ҡалаһы. Майҙаны — 84,5 мең км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 2405829 кеше (башҡорттар — 1262, белорустар — 1371, йәһүдтәр — 2527, мордвалар — 123893, немецтар — 166528, поляктар — 2596, урыҫтар — 1846436, татарҙар — 94693, типтәрҙәр — 14403, украиндар — 149291 һ.б.). 19 б. башында башҡорттар башлыса Вольск, Һарытау, Хвалынск өйәҙҙәрендә, 20 б. башында Петровск өйәҙендә (ҡара: Ырғыҙ­Кәмәлек башҡорттары) йәшәгән. 19 б. аҙ. губернала 2144914 крәҫтиән, 208744 мещан, 4887 сауҙагәр, 16407 дворян һ.б. иҫәпләнә; православие динендәгеләр — 2136227 (ш. иҫ. 113710 старообрядсы), протестанттар — 134646, мосолмандар — 96001, йәһүдтәр — 2953 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9‑сы башҡорт кантоны составына инә. 1832 й. Урал казак ғәскәренең Һ.г. башҡорттары ингән Башҡорт бүлексәһе ойошторола. 1835 й. Николаевск, Яңы Үҙән (1851 й. икеһе лә Һамар губернаһына бирелә), Царевский (1851 й. — Әстерхан губ.) өйәҙҙәре булдырыла. 20 б. башында губерна Аткарск, Балашов, Вольск, Камышин, Кузнецк, Петровск, Сердобский, Хвалынск, Һарытау, Царицын өйәҙҙәренән торған, 280 улус, 10 ҡала, 1 посад һәм 4693 торама пункт иҫәпләнгән. Башлыса а.х. үҫеш алған (күбе­һенсә арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр). 20 б. башында 90‑ға яҡын кирбес, 21 шарап, 18 суйын иретеү, 8 һыра ҡайнатыу, 2 баҡыр иретеү, 2 гәлсәр‑быяла, һөйәк ваҡлау‑елем ҡайнатыу, ҡорос ҡойоу, быяла, цемент з‑дтары, 4 буҫтау, 2 тәмәке, шырпы ф‑калары һ.б. пр‑тиелар эшләгән. Иң ҙур йәрминкәләр: Введенск (июль) һәм Покровск (окт.). Губерна аша Сызрань‑Вяземск т. юлы үтә (1871). 155 мәсет (1859), 891 сиркәү, 17 монастырь иҫәпләнгән (1901). Губерна 1928 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Түб. Волга өлкәһе составына инә. Хәҙ. Һарытау өлкәһенең төп терр-һы.

Әҙәб.: Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.38. Саратовская губерния. СПб., 1904.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019