Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 356

ҺАРЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс табан 23 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 310 кеше; 1920 — 332; 1939 — 429; 1959 — 351; 1989 — 238; 2002 — 206; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Һарыш‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1795 й. 14 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 39 йортта — 253 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1939 й. Башҡорт Һарышы (269 кеше) һәм Урыҫ Һарышы (160 кеше) аа. теркәлгән, улар хәҙ. исемдә бергә иҫәпкә алынған. Г.Юнысова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019