ҺАҪЫҠКҮЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ
ҺАҪЫҠКҮЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Яңы Һаҫыҡкүл ҡәберлеге, Пьяный бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э. 1—3 бб. ҡарай. Баҡалы р‑ны Яңы Һаҫыҡкүл а. көнсығыш ситендә Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1973 й. асылған, 1976—80 йй. С.М.Васюткин, В.К. Калинин тарафынан тикшерелгән. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 418 ҡәбер өйрәнелгән. Ҡәберҙәрҙең күпселегендә мәйет яңғыҙ ерләнгән, парлап ерләү осраҡтары бар. Мәйеттәр ситтәре түңәрәк булған тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, ҡайһы берҙәре бөгәрләнгән килеш ерләнгән. Керамика әүәләп эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ир‑ат ҡәберҙәренә һуғыш ҡоралдары (тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, һөңгө остары, тимер хәнйәрҙәр, ҡылыстар, һаҙаҡ элмәктәре), эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, бронза балыҡ ҡармаҡтары, һөйәк тишкестәр, балсыҡ орсоҡбаштар, ҡайраҡ таштары), эйәр‑өпсөн (тимер һәм һөйәк ауыҙлыҡтар), кейем биҙәүестәре (тимер, бронза һәм һөйәк бил ҡаптырмалары, тимер һәм бронза элмәктәр), ҡатын‑ҡыҙҙыҡына — биҙәүестәр (бронза муйын ҡулсаһы, сикә сулпылары, беләҙектәр, йөҙөктәр), кейем биҙәүестәре (эполетҡа оҡшаш элмәктәр, тимер, бронза һәм һөйәк ҡаптырмалар) булыуы хас; антик фибулалар, бронза табаҡ (антик осорға ҡараған, тип фараз ителә) табылған.
А.Х.Пшеничнюк
Тәрж. Д.К.Үзбәков