Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАТҠЫ ЗАВОДЫ

Просмотров: 369

ҺАТҠЫ ЗАВОДЫ, Троицк‑Һ.з., 1756 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Һатҡы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында барон А.С.Строганов (ҡара: Строгановтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Строганов, 1769 й. алып Лугининдар, 1798 й. башлап (баш­ҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1799) Дәүләт ассигнация банкы, 1801 й. — А.А.Кнауф, 1813 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1811) ҡаҙна, 1797—98 йй. Кнауф тарафынан ҡуртымға алына, 1918 й. һуң национализациялана. Златоуст тау сәнәғәте округына ингән. 1758 й. эшләй башлай. Домна һәм баҡыр иретеү мейесе, 9 сүкеше, 18 б. аҙ. — домна мейесе, 28 крица һәм 3 сүкеш горны, 20 сүкеше, 19 б. аҙ. 2 домна, 4 пудлингылау һәм йәбештереү мейесе, 2 һауа өрҙөрөү машинаһы, 2 һауа йылытыу приборы, пар сүкеше һәм станы була. 19 б. аҙ. з‑д 120 меңгә яҡын дисәтинә ергә хужа була, 6 рудник эшләй. 1917 й. Һ.з. составына домна, тимерселек, ҡойоу, көнлөк, пудлингылау, снаряд, ағас эше, күмер яндырыу һәм электр цехтары инә. 1773 й. заводта 1830 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 800 ирекле ялланған эшсе, 1916 й. 380 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. 1766 й. 62,7 мең бот тимер, 75 мең бот суйын, 1860 й. ошоға ярашлы 13,1 һәм 187,6, 1916 й. — 2672,9 мең бот суйын иретелә. Заводта армия өсөн боеприпастар, тимерселек изделиелары, 1913 й. ҡойоу һәм эшкәртеү суйыны, пудлингылы тимер етештерелә. 1843 й. тимер алыуҙың контуаз ысулы индерелә. 1898 й. з‑дҡа Һамар‑Златоуст т. юлы (Һ.з.—Баҡал участкаһы) үткәрелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 700‑гә яҡын завод крәҫтиәне баш күтәреүселәргә ҡушыла, 1774 й. йәйендә Һ.з. яндырыла. 1776 й. тергеҙелә. 18 б. аҙ. тау сәнәғәте мәктәбе (ҡара: Тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары) асыла. 1824 й. заводта император Александр булып китә. Һ.з. базаһында “Һатҡы суйын иретеү заводы” ААЙ ойошторола. Хәҙ. завод торамаһы урынында Силәбе өлк. Һатҡы ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019