Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАТЛЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 382

ҺАТЛЫҠ, У р ы ҫ Һ а т л ы ғ ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 160 кеше; 1920 — 249; 1939 — 258; 1959 — 172; 1989 — 68; 2002 — 292; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Ырымбур өйәҙендә урыҫ күскенселәре Һатлыҡ утары булараҡ нигеҙ һала. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2002 й. ауылға 19 б. 2‑се ярт. ни­геҙләнгән 2‑се Юлдыбай а. ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019