Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЕЛТЕЛЕ‑ЕР МЕТАЛДАРЫ

Просмотров: 335

ҺЕЛТЕЛЕ‑ЕР МЕТАЛДАРЫ, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы II төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: кальций, стронций, барий. Көмөш төҫлө, сүкелеүсән, һығылмалы металдар; һауала зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге оксидтар (барий — пероксидтар), карбонаттар, нитридтар плёнкаһы м‑н ҡаплана; Һ.‑е.м. кәрәсин ҡатламы аҫтында һаҡлайҙар. Шыйыҡ аммиакта эрей (эретмәләре металл үткәреүсәнлегенә эйә). Химик үҙсәнлектәре б‑са һелтеле металдарға яҡын. Кислород, галогендар, йылытҡанда — водород, азот, углерод, кремний һ.б. м‑н тәьҫирләшә. Һыу м‑н тәьҫирләшкәндә водород һәм гидроксидтар, к‑талар м‑н — тоҙҙар барлыҡҡа килтерә. Һыуҙа сульфаттар һәм гидрокарбонаттар булыуы уға ҡатылыҡ бирә. Һ.‑е.м. осоусан тоҙҙары ялҡынды ҡыҙғылт һары (кальций), асыҡ ҡыҙыл (стронций), һарғылт йәшел (барий) төҫкә буяй. Оксидтарҙы вакуумда алюмин м‑н ҡайтарыу, галогенидтарҙың (башлыса хлоридтарҙың) иретмәләрен электролизлау юлы м‑н алына. Элементорганик берләшмәләрҙе синтезлағанда, мотор яғыулыҡтарына йыуыусы присадкалар сифатында (кальций, ҡайһы берҙә барий алкилсалицилаттары, феноляттары, сульфонаттары, фосфонаттары), баҡыр‑хром катализаторҙарын ағыуланыуҙан һаҡлау өсөн ҡулланыла. Алюмин, кадмий, баҡыр, ҡурғаш, терегөмөш (амальгама) м‑н иретмәләрҙә файҙаланыла. Башҡортостанда кальций, барий карбонаттары һәм сульфаттары (ҡара: Барит) ятҡылыҡтары бар, уларҙың нигеҙендә цемент, төҙөлөш эзбизе, быяла һ.б. етештерелә. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) кальций стеараттары, пальмитаттары; 60‑сы йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) — барий алкилфеноляттары нигеҙендә ВНИИНП‑360 маркалы присадкалар етештереү үҙләштерелә. 70‑се йй. “Сода” ПБ‑нда Ҡаҙағстан ятҡылыҡтарының барит концентраттарынан барий тоҙҙары етештереү башлана. БДУ‑ла Һарытау ун‑ты м‑н берлектә кальцийҙы билдәләү индикаторы; ӨНИ‑лә — барий, кальций, стронцийҙы уларҙың сульфаттары ҡатышмаһында сифат яғынан анализлау, ш. уҡ Һ.‑е.м. сульфаттарын идентификациялау һәм бүлеү ысулдары (С.Н.Злотский) эшләнә.

В.Н.Майстренко, Н.А.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019