Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЕЛӘҮҺЕН КИНЙИН

Просмотров: 314

ҺЕЛӘҮҺЕН КИНЙИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Кинйә Арыҫлановтың улы. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла. Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 1773 й. көҙөндә — 1774 й. яҙында Нуғай даруғаһы халҡы араһында Пугачёвтың манифестарын тарата. Шул уҡ даруғаның көньяҡ улустары башҡорттарын Пугачёвтың Төп ғәскәренә ҡушылырға өндәй. Йәй Ҡотлогилде Абдрахманов м‑н Өфө провинцияһының Бөгөлсән а., Ырымбур про­винцияһының Һаҡмар ҡаласығы янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Нояб. Әлибай Мырҙағолов тарафынан ҡулға алына һәм Ҡазан йәшерен комиссияһына, артабан Мәскәүгә оҙатыла. 1775 й. 9 апр. Һ.К. Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин м‑н бергә Ырымбурға килтерелә. 23 апр. иреккә сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Кулбахтин Н.М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 гг. Ч.1. Уфа, 2005.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019