Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺИКҺӘНБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 405

ҺИКҺӘНБАЙ, Ҡ а л а й, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Мерәүешле й. (Ағи­ҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 330 кеше; 1920 — 292; 1939 — 328; 1959 — 155; 1989 — 142; 2002 — 124; 2010 — 104 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1768 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Аҡбулат, Ҡужабаҡ, Күзбәк Һикһәнбаевтар билдәле. 1795 й. 19 йортта 112 кеше йәшәгән, 1866 й. 64 йортта — 324 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 1939 й. Һ. ауылы һәм Һ. утары теркәлгән, улар һуңынан бер исем м‑н ауыл булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019