Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺИЛЕЙӘ, һырт

Просмотров: 412

ҺИЛЕЙӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Салауат р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Оло Һатҡы й. (Әй й. ҡушылдығы) киңлек бүлеменән Сильга й. (Йүрү­ҙән й. ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 50 км, БР‑ҙа — 16 км, төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәренең киңлеге 1,5—3 км, үҙәк өлөшөнөң — 5—7 км; абс. бейеклеге 768 м (Уҫаҡлытау, Силәбе өлк.). Һыртта бейеклеге 600—765 м булған 9‑ға яҡын түбә (Звонарка, Ҡыҙыл Шалҡан, Һилейә һ.б. тауҙар; бөтәһе лә — Силәбе өлк.) бар. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, йылға үҙәндәре һәм тауҙар араһындағы уйпатлыҡтар м‑н йырғыланған. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһына ҡараған ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, һәүерташтарҙан, конгломерат һәм доломит ҡатламдарынан ғибәрәт. Һыртта Сәлейәз й. (Әй й. басс.) һәм Йүрүҙән й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман‑тау тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡарағай, ҡарағас һәм ҡайын урмандарынан тора.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019