Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺИНД‑ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ

Просмотров: 479

ҺИНД‑ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән эре телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Һ.‑е.т. Евразия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Австралия һәм Африка терр‑яһында таралған. Фонетик, морфологик һәм синтаксик кимәлдә типологик яҡтан оҡшаш структуралар осрай. Фонетикаһына [а], [о], [е] кардиналь һуҙынҡылары, аблауттың (һүҙ һәм форма яһалышта һуҙынҡыларҙың сиратлашыуы) булыуы, тартынҡыларҙың нәҙегәйеү һәм иренләшеү тенденцияһы һ.б. хас. Морфологик классификация б‑са Һ.‑е.т. күбеһе флектив телдәргә (грамматик морфемаларҙың бер нисә функция үтәүе, фузияның булыуы, фонетик яҡтан бәйләнмәгән тамырҙағы үҙгәрештәр һ.б.) ҡарай; ш. уҡ Һ.‑е.т. өсөн енес һәм күсемлелек‑күсемһеҙлек категорияһы; йәнле һәм йәнһеҙ һүҙ кластары; перфект формалары һ.б. булыуы хас. Синтаксисында киҫәктәренең бер‑бе­реһенә бәйләнгәнлеген һәм урынын күрһәткән һөйләм структураһы; киҫәксәләрҙең һәм превербтарҙың (лексик‑грамматик мәғәнәне аңлатыу өсөн ҡылым нигеҙенә ҡушылған префикстар) айырым роле; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙән яһалған ярҙамсы элементтарҙың булыуы һ.б. айырып күрһәтелә. Һ.‑е.т. составына 12 төркөмдө тәшкил иткән 220‑нән ашыу тел, ш. иҫ. герман (инглиз теле, немец теле һ.б.), иран (фарсы теле һ.б.), роман (француз теле һ.б.), славян (белорус теле, урыҫ теле, украин теле һ.б.), инә.

БР‑ҙа йәшәүселәр (2010 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са) урыҫ (4 млн яҡын кеше), инглиз (170 меңдән ашыу), немец (45 меңдән ашыу), украин (16 меңдән ашыу), француз (8 меңдән ашыу), әрмән (7 меңдән ашыу), тажик (4 меңдән ашыу), белорус (2 меңдән ашыу), итальян (1400‑ҙән ашыу), испан (980‑гә яҡын), сиған (800‑ҙән ашыу), поляк (680‑гә яҡын), курд (600‑ҙән ашыу), молдаван (500‑ҙән ашыу), латыш (400‑ҙән ашыу), грек (400‑гә яҡын), фарсы (300‑гә яҡын), болгар (200‑ҙән ашыу), литва (200‑ҙән ашыу), чех (150‑гә яҡын), румын (100‑ҙән ашыу), осетин (100‑гә яҡын) һәм башҡа Һ.‑е.т. белә. БР уҡыу йорттарында урыҫ теле уҡытыла; предмет булараҡ инглиз, әрмән, белорус, болгар, латин, латыш, немец, фарсы, поляк, серб‑хорват, украин, француз, чех телдәре өйрәнелә.БР‑ҙа фәнни тикшеренеүҙәр кон­трастив лингвистика хеҙмәттәрендә Һ.‑е.т. (инглиз, немец, фарсы, француз, славян төркөмө телдәре) үҙ‑ара һәм ҡәрҙәш булмаған телдәр [төрки телдәр (башлыса башҡорт теле), семит, финуғыр телдәре һ.б.] м‑н сағыштырыуҙа бирелә.

Әҙәб.: Мейе А. Введение в сравнительное изучение индоевропейских языков. М.; Л., 1938; Мурясов Р.З. Избранные труды по германскому и сопоставительному языкознанию. Уфа, 1998.

Т.М.Ғарипов, Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019