Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺИНД‑ИРАН ҠӘБИЛӘЛӘРЕ

Просмотров: 378

ҺИНД‑ИРАН ҠӘБИЛӘЛӘРЕ, археологик һәм тарихи‑лингвистик тикшеренеү мәғлүмәттәре б‑са, Көньяҡ Уралда тимер быуаттан алып билдәле. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге аргиппейҙарҙың, аримасптарҙың, иирктарҙың, исседондарҙың, дайҙарҙың, савроматтарҙың, саҡтарҙың, сарматтарҙың һ.б. килеп сығыуын Һ.‑и.ҡ. м‑н бәйләй. Ҡайһы бер ғалимдар Һ.‑и.ҡ. (Йәнгел мәҙәниәте вәкилдәре, тип фараз ителә) Көньяҡ Уралда 10—12 мең йыл элек барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләй. Байтаҡ тикшеренеүселәр Алакүл мәҙәниәте һәм Һынташты мәҙәниәте вәкилдәрен боронғо Һ.‑и.ҡ. м‑н бер үк халыҡ тип һанай. Айырым ғалимдар фекере б‑са, Һ.‑и.ҡ. башҡорттарҙың формалашыуында ҡатнашҡан (ҡара: Этногенез).

Әҙәб.: К у з ь м и н а Е.Е. Откуда пришли индоарии? Материальная культура племён андроновской общности и происхождение индоиранцев. М., 1994.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019