Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺОРНАЙ, музыка ҡоралы

Просмотров: 374

ҺОРНАЙ, башҡорт тынлы музыка ҡоралы. Телле (гобойға оҡшаш; бер йәки ике көбәкле ағас йәки металл төрөпкә, оҙонлоғо яҡынса 400 мм, 4—6 тишекле, өҫкө осона — ҡамыш һыбыҙғы, аҫҡыһына мөгөҙҙән раструб индереп эшләнә) һәм мөштөк (мөгөҙҙән яһала, 1—2 тишекле йәки тишекһеҙ була) Һ. айырыла. Тауыш сығарыу өсөн ҡорал эсенә һауа өрә­ләр, бер үк ваҡытта бармаҡтар м‑н тишектәргә баҫалар. Телле Һ. диапазоны октаваға барып етә. Боронғо ҡоралдарҙың береһе. Мөштөк Һ. хәрби походтар, һунар ваҡытында сигнал ҡоралы булараҡ ҡулланыла, телле Һ. көтөүселәр йыш файҙалана. Һ. т‑да “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында, “Музыкаль‑этнографик комиссия, император тәбиғәт белемен, антропологияны һәм этнографияны яратыусылар йәмғиәте хеҙмәттәре” (“Труды музыкально‑этнографической комиссии, императорского общества любителей естествознания, антропологии и этнографии”; 1911) йыйынтығында, Т.Л.Сухотина‑Толстая (Л.Н.Толстойҙың ҡыҙы) хәтирәләрендә телгә алына. Һ. ансамбль һәм оркестр ҡоралы булараҡ ҡулланыла. 20 б. 90‑сы йй. башында оҫта Б.А.Иҫәнсурин мөгөҙ һәм баҡырҙан мөштөк Һ. эшләп ҡоралды яңырта. Һ. өсөн партиялы әҫәр — А.М. Ҡобағошовтың башҡорт халыҡ ҡоралдары оркестры өсөн “Ҡобайыр” пьесаһы. Азия, Кавказ, Ҡытай, Рәсәй халыҡтары араһында таралған.

Әҙәб.: К у б а г у ш е в А.М. Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019