Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 301

ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡортлокүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 102 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1067 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 817; 1959 — 677; 1989 — 269; 2002 — 216; 2010 — 158 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Һөйөндөк Ишбәков исеме м‑н аталған. 1795 й. 49 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 94 йортта — 624 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019