Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨЙӘНТӨҘ

Просмотров: 780

ҺӨЙӘНТӨҘ, 18 б. Себер даруғаһының Балыҡсы улусындағы (хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны терр‑яһы) ауыл. 1735—36 йй. ихтилал [ҡара: башҡорт ихтилалдары (1735—40)] осоронда башҡорттар күпләп һәләк булған урын. 1736 й. 24 ғин. А.И.Тәвкилевтең хөкүмәт командаһы тарафынан 1 меңгә яҡын ауыл кешеһе атып һәм һөңгө м‑н сәнсеп үлтерелә, 105 ир‑ат аҙбарға бикләп яндырыла. Һөйәнтөҙ фажиғәһе Башҡортостанда халыҡ хәрәкәтенең яңынан күтәрелеүенә килтерә. Ихтилалдарҙы баҫтырыуҙа хөкүмәт ғәскәренең был алымды артабан ҡулланыуы билдәле: 1736 й. полк. П.Мартаков һәм Тәвкилев етәкс. 50‑нән ашыу ауыл (2 меңгә яҡын кеше үлтерелә), И.К.Кирилов, майор Б.Л.Останков, ген.‑лейт. А.И. Румянцев — 500‑гә яҡын (3 меңгә яҡын кеше), 1737 й. Л.Я.Соймонов етәкс. 30 (900‑гә яҡын кеше), 1740 й. июнь‑авг. 725 ауыл талана һәм яндырыла. 2002 й. яндырылған Һ. урынында стела ҡуйыла.

Әҙәб.: Сеянтус — трагедия народная: материалы науч.‑практ. конф. Уфа, 1997.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019