Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨЙӘРҒОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 355

ҺӨЙӘРҒОЛ, К ү ҙ ә й, Учалы р‑нындағы ауыл, Яңы Байрамғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 63 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 245; 1939 — 210; 1959 — 197; 1989 — 108; 2002 — 113; 2010 — 90 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ улустың Мәһәҙей а. һәм Ҡара‑Табын улусының Көбәк а. башҡорттары нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Һөйәрғол Хоҙайшөһөров исеме м‑н аталған. 1866 й. 28 йортта 146 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. С.Ғ.Яҡшыбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019