Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы

Просмотров: 634

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы (9.2.1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡабыҡҡыуыш а.), тел белгесе. Филол. ф. канд. (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). Әбү ән‑Нур ун‑тында уҡыған (Дәмәшҡ, 1993). 1974 й. алып Ейәнсура р‑нындағы Һаҡмар с‑зының, 1984 й. — Ишембай р‑нындағы “Ударник” к‑зының баш инженеры, 1987 й. башлап “Агропромэнерго” берекмәһенең Ишембай район пр‑тиеһы директоры. 1992 й. алып Ә.Вәлиди ис. 2‑се Башҡорт респ. гимназия‑интернаты (Ишембай ҡ.) уҡытыусыһы, 1995 й. Иордания ун‑тында (Амман) эшләй. 2007—12 йй. БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. 10‑ға яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. ғәрәп теле б‑са дәреслек һәм уҡыу әсбабы, Ҡөрьәнде өйрәнеү б‑са методик ҡулланма авторы. Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер итеүгә әҙерләүҙә ҡатнаша (1993; “Ҡөрьән‑Кәрим”; 2009 й. ҡабаттан баҫтырып сығарыла). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994).

Х е ҙ м.: Европейская коранистика и башкирский перевод Корана. Уфа, 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019