Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨЛӘЙМӘН, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 302

ҺӨЛӘЙМӘН, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 536 кеше; 1920 — 530; 1939 — 473; 1959 — 483; 1989 — 402; 2002 — 489; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 27 йортта 170 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 307 кеше. Малс‑ҡ, иген­селек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Ф.З.Зәғәфүрәнов, Н.Х.Мәҡсүтова, Р.З.Хажиев, В.М.Әхмәҙуллин ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019