Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР

Просмотров: 517

ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР, һөнәри патология, уңайһыҙ хеҙмәт шарттарының организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Химик (органик һәм органик булмаған матдәләр, уларҙың берләшмәләре), физик (вибрация, тауыш, ультра‑, инфратауыш, нурланыш, һауаның юғары йәки түбән т‑раһы һ.б.), биол. (ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар, бәшмәктәр, микробиологик синтез продукттары һ.б.), психофизиологик (эмоциональ көсөргәнеш, ауыр әйберҙәр күтәргәндә йәки күсергәндә динамик һәм статик йөкләнеш, эш башҡарғанда тәндең бер төрлө хәлдә торорға мәжбүр булыуы һ.б.) факторҙар, туҙан (сәнәғәт аэрозолдәре) һ.б. йоғонтоһонда үҫешә. Башҡортостанда 2008 й. терәк‑хәрәкәт һәм периферик нервы системаһының (44,2%) физик йөкләнеше, физик факторҙар (вибрация ауырыуы, нейросенсор ҡолаҡҡа ҡатылыҡ; 27,5%) һәм сәнәғәт аэрозолдәре (һөнәри бронхит, пневмокониоз; 17,4%) тәьҫире м‑н бәйле Һ.а. өҫтөнлөк итә. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып юғары көкөртлө нефть табыу һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән эшселәрҙең һаулыҡ торошона анализ үткәрелә (З.Ш.Заһиҙуллин, Д.Н.Лазарева, Н.И.Савченко, В.А.Самцов, Ғ.Н.Тереғолов һ.б.). 50‑се йй. аҙ. — 70‑се йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) Ғ.М.Мөхәмәтова етәкс. нефть продукттары м‑н киҫкен һәм хроник ағыуланғанда (Л.И.Геллер, Р.Ф.Ғәбитова, А.Х.Кәримова һ.б.), нефть скважиналарын быраулағанда (Н.А.Мостаева) эшселәрҙең һаулығы, нефть һәм уны эшкәртеү продукттарының организмдың иммуногенезына һәм реактивлығына (Л.В.Кроткова), био‑, гисто‑, цитохимик процестарға (Л.Л. Брагинская, Ф.А.Дусеева), үҙәк нервы (Х.М.Зөлҡәрнәев, Э.М.Бонгард, З.Г. Подрез), йөрәк‑ҡан тамырҙары (Р.С.Островская, З.С.Тереғолова), терәк‑хәрәкәт (Л.Ф.Мортазина, Г.В. Нәбиева, В.Н.Смирнов, И.С.Сәғитов), аш һеңдереү (А.Суханова) системаларына, күреү ағзаһына (Ә.Х. Ғиниәтуллина, М.П.Обухова), тән тиреһе һәм күренгән лайлалы тиресәләргә (Л.И.Бикбулатова, Р.М. Хәйруллина һ.б.) тәьҫире өйрәнелә, ш. уҡ 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһы төркөмө гербицидтары, аҡһым‑витаминлы концентраттар, мономерҙар һәм синтетик каучуктар етештереү, нефть һәм тәбиғи газдар сығарыу һәм эшкәртеү, магистраль үткәргес торбалар төҙөү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән эшселәрҙең һөнәри патологияһы өйрәнелә; тәүге тапҡыр ҡайһы бер Һ.а. клиник сағылышы һүрәтләнә, һөнәри хәүеф һәм хәүефһеҙ эш стажы төшөнсәләре нигеҙләнә, һөнәри ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау, иҫкәртеү, дауалау һәм реабилитациялау ысулдары эшләнә. 80—90‑сы йй. Л.М.Карамова етәкс. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия производстволары эшселәренең инвалидлыҡ динамикаһы, һөнәри ауырыуҙарҙы нефть, химия һәм микробиология сәнәғәте пр‑тиеларында диспансерлаштырыу, һөнәри ағыуланыуҙың табип‑хеҙмәт һәм химик­токсикологик экспертиза мәсьәләләре өйрәнелә (В.О.Красовский, Ә.Ә. Ҡормаева, Г.Г.Максимов, В.А.Мышкин һ.б.). Нефтехимия синтезы өлкәһендәге эшселәрҙең хроник ауырыуҙарының клиник үҙенсәлектәре (Л.А.Беломытцева, Ф.Д.Булатова), быяла‑сүс производствоһы эшселәрендә тире онкологик ауырыуҙары таралышы һәм үҫеше (Г.Ғ.Ғимранова, Т.П.Тихонова) тикшерелә, БР‑ҙың төп сәнәғәт тармаҡтарында һөнәри хәүеф критерийҙары (Р.А.Алаҡаева, Г.Р. Бәшәрова, А.Д.Волгарева, М.К. Ғәйнуллина, Р.Б.Ибәтуллина, Л.Ҡ.Кәримова, Н.И.Симонова һ.б.), хлорорганик синтез производстволарында ағыуланыуҙы иҫкәртеү ысулдары (Л.М. Макарьева, Г.В.Тимашева) эшләнә. 21 б. башынан Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда һәм БДМУ‑ла Ә.Б.Бәкеров һәм Тереғолова етәкс. төрлө проф. төркөмдәрҙең Һ.а. (Э.Т. Вәлиева, Д.Р.Исхаҡова, Л.Р.Кәримова, С.Х.Чурмантаева, В.Т.Әхмәтшина), БР‑ҙың төп сәнәғәт тармаҡтары эшселәрендә тире, йөрәк‑ҡан тамырҙары, бронхы‑үпкә, гепатобилиар һәм неврологик патологиялар (Е.Р.Абдрахманова,З.Ф.Асҡарова, Д.Ф.Ғиззәтуллина, Р.Р.Ғәлимова, А.Р. Ҡудашева, Л.М.Мәсәғүтова, Э.Р. Уразаева, Р.Ф.Хөснаризанова, А.Ф. Хөсәйенова, А.У.Шагалина) таралышы һәм үҙенсәлектәре өйрәнелә.

Ә.Б.Бәкеров, З.С.Тереғолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019