ҺӨНӘРСЕЛЕК УЧИЛИЩЕҺЫ №19
ҺӨНӘРСЕЛЕК УЧИЛИЩЕҺЫ №19, 1952 й. Салауат ҡ. 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) нигеҙендә 1‑се һөнәрселек уч‑щеһы булараҡ асыла. 1963 й. башлап 26‑сы ҡала ПТУ, 1984 й. — 19‑сы ПТУ, 1986 й. — 19‑сы ПУ, 2003 й. В.Е.Трубанов исеме бирелә, 2014 й. Салауат индустриаль колледжына ҡушыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә аппаратсы‑оператор, ашнаҡсы, киң профилле станоксы, кондитер, контроль‑үлсәү приборҙары һәм автоматика слесары, лаборант‑эколог, технологик һәм компрессор ҡулайламалары машинисы, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтёры һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, уҡыу һәм спорт залдары, химия лаб., тренажёр, слесарлыҡ һәм токарлыҡ оҫтаханалары бар. 16 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008). Уч‑ще бинаһына уҡыуҙы тамамлаусылар А.П.Бочкарёвҡа, Р.Р. Кәримовҡа (Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булғандар) һәм В.Н.Бабиковҡа, Трубановҡа (Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булғандар) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2009).
В.В.Моратов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина