Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУҠЫР СЫСҠАН

Просмотров: 392

ҺУҠЫР СЫСҠАН, т ө р т к ө (Talpa europaea), бөжәк ашаусылар отрядының һуҡыр сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европаның һәм Көнбайыш Себерҙең (Ир­тыш й. тиклем) урман һәм урман‑дала зоналарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 12—15 см, ауырлығы 70—120 г. Йөнө ҡыҫҡа, бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, һоро‑ҡара, ҡорһағы бер аҙ аҡһыл төҫтә. Кәүҙәһе ҡыҫҡа, цилиндр формаһында. Башы конусҡа оҡшаған, танауы томшоҡ рәүешле. Күҙҙәре бәләкәй. Тышҡы ҡолаҡтары юҡ. Аяҡтары ер ҡаҙыу өсөн яраҡлашҡан: алғылары артҡыларына ҡарағанда ҙурыраҡ, көрәк һымаҡ, табаны өҫкә әйләнгән, тырнаҡтары көслө. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 2‑се йылына өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 3—9 бала тыуҙыра. 4— 5 йыл йәшәй. Селәүсендәр, бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, ҡырғаяҡтар м‑н туҡлана. Ҡайһы берҙә запас йыя. Ер аҫтында йәшәй. Аҡ­ландарҙа, болондарҙа, урман ситтәрендә осрай; йәшәү урындары ер аҫтынан сығарылған тупраҡ өйөмдәре б‑са табыла. Ер аҫты юлдары бер нисә яруслы, оя камераһы — 1,5—2 м, аҙыҡ юлдары 5—60 см тәрәнлектә урынлашҡан. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Һунарсылыҡ объекты. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә; тупраҡ өйөмдәре сабынлыҡ ерҙәренең, йәшелсә баҡсаларының өҫтөн насарайта.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019