Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУЛ СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР (ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТАР) ПАРТИЯҺЫ

Просмотров: 369

ҺУЛ СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР (ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТАР) ПАРТИЯҺЫ, һул э с е р ҙ а р, 1917—22 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Социал‑революционерҙар партияһында оппозицион ағым булараҡ нояб. Петроград ҡ. Ойоштороу съезында барлыҡҡа килә. Беренсе донъя һуғышын кисекмәҫтән туҡтатыу һәм Рәсәйҙең унан сығыуы өсөн; ер мәсьәләһен уны крәҫтиәндәргә тигеҙ бүлеп биреү юлы м‑н хәл итеү өсөн; эсерҙарҙың Ваҡытлы хөкүмәт м‑н хеҙмәттәшлек итеүенә; Брест килешеүенә ҡул ҡуйыуға һәм РКП(б)‑ның аграр сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай. Һул эсерҙар Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы составына инә. 1923 й. Һ.с.‑р.(и.)п. үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Баҫма органдары: “Земля и воля” (“Ер һәм ирек”), “Знамя труда” (“Хеҙмәт байрағы”) гәзиттәре. Етәкселәре: Б.Д.Камков, М.А.Натансон, М.А.Спиридонова.

Башҡортостанда эсерҙарҙың һул ҡанаты 1917 й. яҙында барлыҡҡа килә, дек. алып Һ.с.‑р. (и.)п. үҙ аллы Өфө губерна ойошмаһы, 1918 й. ғин. губерна ком‑ты һайлана. Һул эсерҙар Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтарында һәм Өфө ҡала думаһында большевиктар м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1917 й. июлендә ҡала думаһына һайлауҙа социал‑демократтар һәм һул эсерҙар блогы 102 урындан 71 урын ала. Һул эсерҙарҙың фетнәһенән һуң (1918 й. июле) партия рәсми бүленә: бер өлөшө Революцион коммунизм партияһын ойоштора, икенсе өлөшө йәшерен эшмәкәрлеккә күсә. 1919—20 йй. күпселек һул эсерҙар РКП(б)‑ға инә. Өфө губ. Һ.с.‑р.(и.)п. ойошмалары эшмәкәрлеге 1922 й. туҡтатыла. Баҫма органдары: “Земля и воля”, “Знамя социализма” гәзиттәре. Лидерҙары: А.И.Бриллиантов, И.З.Штейнберг.

Әҙәб.: К а п ц у г о в и ч И.С. История политической гибели эсеров на Урале. Пермь, 1975.

А.Н.Алдашов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019